Портал:Башҡорт әҙәбиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
09:23, 3 апрель 2019 өлгөһө; ZUFAr (фекер алышыу | өлөш)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
«Башҡорт әҙәбиәте» порталына рәхим итегеҙ!

Башҡорт әҙәбиәт ғилеме — нәфис әҙәбиәтте кешелек һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәте күренеше булараҡ өйрәнеүсе фән, XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған фән. Төп тармаҡтары: әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы. Ҡайһы бер ғалимдар шулай уҡ әҙәбиәт ғилеменең төп тармағына фольклористиканы ла индерә. Әҙәбиәт ғилемендә бик күп йүнәлештәр бар, шул иҫәптән — психоаналитик һәм психиатрия йүнәлештәре. Ярҙамсы дисциплина булып библиография, текстология, палеография тора.

үҙгәртергә Бөгөнгө рәсем
Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы, Сәғит Агиш (25 декабрь 1904 йыл — 21 май 1973 йыл) — башҡорт яҙыусыһы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
үҙгәртергә Бөгөнгө мәҡәлә
«Ай тотолған төндә» — башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы Мостай Кәрим пьесаһы.

«…Драматург М. Кәримдең ижади юлын күҙҙән үткәргәндә …, был оҙон юлдың иң бейек нөктәһе „Ай тотолған төндә“ трагедияһы булғанын күрмәү мөмкин түгел. Ул драматургтың үҙенең яҙмышында ла, башҡорт театры, дөйөм алғанда башҡорт мәҙәниәтенең яҙмышында, ғәҙәттән тыш роль уйнай, иң юғары критерий булып, милли сәхнә дүрт тиҫиә йыл дауамында шуға ҡарап йүнәлеш тота». «Проф. С. Г. Кусимова»

Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» — («В ночь лунного затмения») трагедияһы 1963 йылда яҙылған һәм эпилог менән 3 шаршауҙан тора.

Тәүге тапҡыр пьеса Өфөлә Башҡорт академия драма театрында (режиссеры — Ш. М. Мортазина) 1964 йылда ҡуйылған.

үҙгәртергә Беләһегеҙме…
  • XIII быуат башында Ҡол Ғәлиҙең «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһы нәфис әҙәбиәттең классик өлгөһө булып тора. Башҡорттар араһында поэманың яҙма һәм телдән һөйләнелгән күп версиялары һаҡлан.
  • Урта быуаттарҙа башҡорт әҙәбиәтенә ғәрәп, фарсы, һинд, һуңыраҡ төрөк әҙәбиәтенән күп кенә сюжеттар үтеп инә («Кәлилә менән Димнә», «Бәхтейәрнамә», «Ҡырҡ вәзир», «Хужа Насретдин көләмәстәре») һәм уларҙың милли версиялары барлыҡҡа килә.
  • 16 быуат урталарында Башҡортостандың урыҫ дәүләтенә ҡушылғас ауыҙ-тел әҙәбиәтендә милли тематика, шәжәрә, тәуарих кеүек үҙенсәлекле донъяуи жанрҙар барлыҡҡа килә. 16—19 быуаттағы яҙма әҫәрҙәр араһында ырыу тарихы, нәҫел-нәсәпселек, тарихи ваҡиғалар, риүәйәттәр һәм легендалар менән тығыҙ үрелеп һүрәтләнгән шәжәрәләр айырым урын биләй.
    Сығанаҡ:www.wikiplanet.click
үҙгәртергә Һылтанмалар
үҙгәртергә Бөгөнгө өҙөмтә

Бер эштә лә ялҡаулыҡты кәңәшсе итмә. Ялҡаулыҡ - шәхес тарҡалыуының башы, кәм тигәндә — үҫештә туҡтау ул.

Вадим Сафин


үҙгәртергә Категориялар
үҙгәртергә Был ай башҡорт әҙәбиәтендә:

Апрель

Дауыт Юлтый (һулда), Хабибулла Ибраһимов һәм Мәжит Ғафури Башҡортостанда А. П. Чехов исемендәге санаторийҙа. 1933 й.


үҙгәртергә Яңы мәҡәләләр

Хикмәт (ғәр. نحكمة‎) — тапҡыр мәғәнәле һәм өгөт-нәсихәт, фәлсәфәүи йөкмәткеле кескәй жанр; ғәжәп ҙур аҡыл, тәрән белем[1]; ниҙеңдер асылын тәшкил иткән эске мәғәнә, йәшерен сәбәп; ғиллә.

Поэзияла ике һәм дүрт юллы хикмәттәр ҙур урын тота. Бөтә доъяға киң билдәле Ғүмәр Хәйәм хикмәттәре шуның классик өлгөләре.

Боронғо төрки поэзияһынан Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани хикмәттәре башҡорт һәм татар халҡф араһында киң таралған. Беҙең поэзияла Мәүлә Ҡолой хикмәт жанры оҫтаһы.

Хәҙерге заман шағирҙарынан Фәйзи Ғүмәров байтаҡ тапҡыр хикмәттәр яҙа.

үҙгәртергә Туғандаш порталдар
үҙгәртергә Туғандаш проекттар
  1. Арабские и персидские слова в башкирском языке (А. Г. Биишев, 2009)