Салауат районы (рус. Салаватский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда Малаяҙ районы булараҡ ойошторолған, 1943 йылда хәҙерге исеме бирелә. Майҙаны — 2182 км². Район үҙәге — Малаяҙ ауылы Өфөгә 183 км, яҡындағы Кропачево тимер юл станцияһына (Силәбе өлкәһе) 29 км. Халҡы 2010 йыл — 27,8 мең кеше (1970 йыл — 32,9; 1979 йыл — 28,8; 1989 йыл — 26,9 мең; 1995 йыл 27,3 мең кеше). Халыҡтың тығыҙлығы — 1 км²-ға 12 кеше, шул иҫәптән ауыл ерендә — 11 кеше. Районда 64 ауыл бар, шуларҙың иң күп халыҡ йәшәгәндәре: Малаяҙ (3,8 мең), Мөрсәлим (2,4 мең — 1989 йыл), Арҡауыл (1,3 мең), Лаҡлы (1,2 мең). Күпселекте башҡорттар, татарҙар, урыҫтар тәшкил итә.
Малаяҙ (рус. Малояз), элекке исемдәре Ҡаратаулы, Иҫке Ҡаратаулы — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4914 кеше. Ауыл Йүрүҙән буйында урынлашҡан. 16 саҡрым алыҫлыҡта Янғантау шифаханаһы бар. Почта индексы — 452490, ОКАТО коды — 80247853001.
Райондың төп биләмәләре Йүрүҙән, Әй йылғалары һыу айырғыстарына тура килә. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө буйлап Уралдың көнбайыш итәгенең алдынғы һырттары һуҙылған (Башташ, Һилейә һырттары). Көньяҡ-көнбайышта Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яҫы таулығы ята. Ер өҫтөнөң уртаса бейеклеге 370 метр булған Янғантау, Күҫәләр көкөртлө-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.
Ҡаҙылма байлыҡтарҙан: боксит ятҡылығы (Новое, Әй), эзбизташ (Мөрсәлим, Сыбаркүл, Яҙғыйорт), цемент балсығы (Ягодный), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Лағыр), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Яланкүл), агрономик руда (Миәшәгәр, Покров). Ҙур булмаған торф һаҙлыҡтары (Миәшәгәр, Аҡшишмә, Лағыр һ.б.) 600 га майҙанды биләй.
Климаты уртаса һалҡынса, вегетация осоро ҡыҫҡа һәм дымлы. Еңелсә көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡара-һоро урман һәм уңдырышлығын юғалта барған ҡара урман тупрағы таралған. Урмандар майҙаны 63,9 мең га (район биләмәһенең 31,6 проценты), үҙағастың дөйөм запасы 9 млн м3 самаһы (шул иҫәптән ҡайын — 4,5; уҫаҡ — 1,8; ҡарағай — 1,1; йүкә — 0,8 млн м3).
Ауыл хужалығы ерҙәре 107,9 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,9, көтөүлектәр — 26,6 һәм сабынлыҡтар — 14,3 мең га тәшкил итә.
Салауат районы географияһы тураһында мәҡәләләр
Район малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан, «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуын һауыттарға тултырыусы «Полипресс-Ҡорғаҙаҡ» заводы, урман хужалығы предприятиелары һ.б. эшләй.
«Янғантау» шифаханаһы — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы күп йүнәлешле бальнеология курорты. 1937 йылда асылған. Өфө ҡалаһынан 220 саҡрым алыҫлыҡта, Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ ярындағы «Янғантау» исемле тауҙа урынлашҡан. Район бюджетын тулыландырыусы төп сығанаҡ булып тора.
Салауат районы иҡтисады тураһында мәҡәләләр
Шәхестәр
Шәхестәр исемлеге
- Шығанай Борсаҡов — мәғдән эҙләүсе.
- Теләүембәтов Яҡуп — Пугачев полковнигы.
- Ғәтиәтуллин Адик Рәйес улы (Нәсибаш ауылы — Чечен Республикаһы) -
- Закиров Тәбрик Фридрих улы (8 июль, 1980, Башҡортостан Республикаһы, Салауат районы, Черепанов ауылы — 25 декабрь, 1999, Чечен Республикаһы) — Ҡаһарманлыҡ ордены (үлгәндән һуң, 2000) кавалеры.
- Рәхмәтуллин Рим Хөрмәт улы — совет сәйәси эшмәкәре. 1983—1987 йылдарҙа Өфө ҡала Советы рәйесе.
- Хәмиҙуллина Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1979, 1981).
- Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы — Ленин ордены кавалеры (1972).
- Нәҡи Иҫәнбәт, (Нәҡи Сиражетдин улы Закиров (29 декабрь (10 ғинуар), 1899 йыл — 12 сентябрь, 1992 йыл) — күренекле татар яҙыусыһы, шағир, драматург, ғалим-филолог һәм фольклорсы, Ғ. Тукай исемендәге Дәүләт наградаһы лауреаты һәм Татарстандың Халыҡ яҙыусыһы.
- Ғәниева Лиза Ибраһим ҡыҙы - уҡытыусы, БР халыҡ мәғарифы һәм фәне хеҙмәткәрҙәре Профсоюзының Салауат район ойошмаһы рәйесе.
- Кәримов Альберт Хәмиҙулла улы (23 апрель, 1971 йыл, Салауат районы, Урмансы ауылы) — Силәбе ҡала Думаһы депутаты.
- Вәхитов Шакир Ҡазыхан улы (БАССР-ҙың Мәсәғүт кантоны Иҫке Ҡаратаулы ауылында 23.02.1925 й. тыуған — 31.7.2004 Өфөлә ерләнгән) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Хоҡуҡ белгесе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы (1982), БАССР Юғары суды рәйесе урынбаҫары һәм рәйесе (1961—1991).
- Вәхитов Ҡәнзәфәр Йомаҙил улы (10.01. 1928 й.) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1963—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты рәйесе урынбаҫары, полковник.
- Зиннуров Нурулла Зиннур улы (1901- 1943) - большевик, комиссар Шәрифулла Хамматовтың көрәштәше, Мәскәү Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик университетында, Мәскәү Ҡыҙыл профессураның Аграр институтында уҡыған, Аҡһары МТС-ының политбүлек начальнигы, Асҡын һәм Үрмиәзе МТС-ы директоры булып эшләгән. 1937 йылдың ноябрендә репрессияға дусар ителеп, төрмәлә вафат булған.
- Һаҙыев Харис Шәрәфи улы - Илтәй ауылында тыуған. 2001-2004 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы.
- Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы - 1935 йылда Илтәй ауылында тыуған. Илтәй мәктәбе директоры, КПСС-тың Салауат район комитеты 3-сө секретары булып эшләй.
Предприятие, ойошма һәм учреждениелар
Предприятие, ойошма һәм учреждениела
үҙгәртергә Салауат районынан 112-се Башкавдивизия яугирҙары
үҙгәртергә ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретарҙары
- Халиҡов Данил Дамир улы (2 декабрь, 1964, Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Татар Малаяҙы — 22 май, 1983, Афғанстан) — рядовой, водитель.
- Шакиров Илмир Әбүзәр улы (27 март 1968 йыл — 4 ғинуар 1987 йыл) — Афғанстан Республикаһында интернациональ хәрби бурыс үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор, разведчик-. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Ғәтиәтуллин Адик (Нәсибаш ауылы — Чечен Республикаһы) -
- Закиров Тәбрик Фридрих улы (8 июль, 1980, Башҡортостан Республикаһы, Салауат районы, Черепанов ауылы — 25 декабрь, 1999, Чечен Республикаһы) — Ҡаһарманлыҡ ордены (үлгәндән һуң, 2000) кавалеры.
- Кашапов Марс Фәрәх улы (28.01.1966), 2017 йылдың мартынан Салауат районы хакимиәте башлығы.
- Хәйретдинов Ғәлей Ғәләүетдин улы (4.01.1958), 2009—2017 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы.
- Харисов Рафиҡ Хафиз улы (15.08.1957), 2006—2009 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы.
- Ибраһимов Баязит Ғәбиҙулла улы 2000—2001 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы.
- Моратов Рәфҡәт Ғәзимулла улы (26.02.1954), 1990—2000 йылдарҙа Салауат районы хакимиәте башлығы
- Вәхитов Риф Хәйрулла улы (4.09.1940), 1982-1990 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары.
- Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы (2.05.1936), 1965—1982 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары.
- Сабитов Мәрһәм Карам улы (22.07.1916—1986), 1954—1961 йылдарҙа КПСС-тың Салауат районы комитеты секретары, 1962-1965 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының төньяҡ-көнсығыш территорияһы парторгы, артабан — Салауат колхоз-совхоз идаралығы партия комитеты секретары.
- Абдрахманов Барый Абдрахман улы (28.12.1916—1.04.1996), 1950—1954 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары.
Салауат районы етәкселәре
- Салауат районы ауылдарын, йылғаларын, күлдәрен, тауҙарын һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын, иҫтәлекле урындарын фотоға төшөрөп викимилеккә тейәргә
- «Салауат районы» тураһындағы мәҡәләләрҙе тулыландырырға
- Салауат районы географик объекттары, шәхестәре тураһында яңы мәҡәләләр яҙырға
- Салауат районының барлыҡ ауылдары тарихын яҙырға
|