Портал:Нуриман районы
Нуриман районы (рус. Нуримановский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың авгусында Иҫке Күл районы итеп ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята. Халыҡ һаны 2010 йылда 21,5 мең кеше (1970 — 34,3 мең; 1979 — 28,1 мең; 1989 — 22,9 мең; 1995 — 22,4 мең). Районда 2 ҡасаба — Ҡыҙыл Шишмә (3,1 мең кеше), Павловка (1989 — 3,9 мең кеше) һәм 50 ауыл бар. Халҡының күпселеген башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар тәшкил итә.
Йылайыр ауылы
Оло Шиҙе (рус. Большие Шиды) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 456 кеше[1]. Почта индексы — 452440, ОКАТО коды — 80245810002.Территорияһы төньяҡлап — Өфө яйлаһында, ә көньяҡлап Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Территорияһының 78 процентын урман биләй. Ҡариҙел йылғаһы үҙенең ҡушылдыҡтары менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Тупрағы: һоро урман, аҡһыл һоро, ҡара һоро урман, кәҫле-көлһыу. Тәбиғәт ҡомартҡылары: һыу сәтләүеге үҫкән Упҡанлы күле; Ҡыҙыл Шишмә карст сығанағы; Саруа күле шишмәһе. Районда аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ урмандары үҫә. Доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл шишмә), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ҡыҙылъяр, Түбәнге Ахлыстин), кирбес балсығы (Ҡыҙылъяр) ятҡылыҡтары табылған. Нуриман — урман сәнәғәте һәм ауыл хужалығы районы. 205,5 мең гектар ере урман менән ҡапланған. Ағас әҙерләүселәр: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Нуриман урман хужалығы, хужалыҡ-ара урман хужалығы, “Башлеспром”дың Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы (Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһы), Саруа ағас әҙерләү бүлексәһе (“Башнефть” АНК) һ.б. Ҡариҙел йылғаһында — Павловка ГЭС-ы, Ҡыҙылъярҙа РТП һәм май заводы эшләй. 44,6 мең гектарҙы (район территорияһының 16,9 проценты) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 27,8 мең, сабынлыҡтар — 6,8 мең, көтөүлектәр 10,0 мең гектар. Районда эре панелле йорттар төҙөү тресының ярҙамсы хужалығы (Өфө ҡалаһы) бар. Төп тармаҡтары — һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, игенселек, картуф үҫтереү. Умартасылыҡ үҫешкән. Мөхәмәҙиева Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы (ижади псевдонимы Хәлисә Рәйхан; 19 июнь 1956) — журналист, шағир һәм яҙыусы, 1989 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999). Мөхәмәҙиева (ҡыҙ фамилияһы Шәмсетдинова) Хәлисә Мәсғүт ҡыҙы 1956 йылдың 19 июнендә Башҡорт АССР-ы Нуриман районы Ҡушкүл ауылында тыуған. Нуриман районы шәхестәре
|