(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Һарыбай (Ҡыуандыҡ районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарыбай
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 45 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462225
Карта

Һарыбай (рус. Сарбаево) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарыбай ауылы округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡараҡ туранан яҡынса 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Һаҡмар йылғаһының ҡушылдығы Ҡороған йылғаһының һул ярында, Беренсе Май ауылынан 4 км алыҫлыҡта, тимер юлынан саҡ ҡына һулдараҡ ята[3][4].

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләшә. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тан +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Иң һалҡын ай — ғинуар, уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Йыллыҡ атмосфера яуым-төшөмө 300-ҙән 450—550 миллиметрға тиклем етә, шул уҡ ваҡытта күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға тура килә (яҡынса 70 %). Ярайһы уҡ тотороҡло ҡар ҡатламы, ул уртаса алғанда 150 көн дауамында ята[5].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1871 йылдан ауыл Һарыбай исеме менән телгә алына. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Беренсе Май ауыл Советына инә, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡалаһы округы составында булып ҡала[6].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 йылдың халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса даими рәүештә 77 кеше (башҡорттар 95 %) йәшәгән 2010 йылға 45[7] кеше ҡалған.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников «Кувандыкский край в географ ических названиях» тигән китабында тауҙың атамаһын Һарыбай тигән антропонимдан килеп сыҡҡан, тип яҙа[3] Ырымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында килтерелгән мәғлүмәт тә ошо фаразды раҫлай[8].

Әйткәндәй, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округында йәнә бер Һарыбай ауылы бар, ул документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[9]. Риүәйәт буйынса, был Һарыбай ауылы Дим йылғаһы бассейнынан килгән башҡорттар тарафынан нигеҙләнгән һәм Сәскәкүл күле буйында урынлашҡан[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  3. 3,0 3,1 3,2 С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
  4. Природа Оренбургской области 2021 йыл 26 февраль архивланған.
  5. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  6. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  7. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
  8. Природа Оренбургской области 2021 йыл 10 апрель архивланған.
  9. Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.