(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |

27 декабрь 2014 — 11 февраль 2015

11 февраль 2015 — 19 март 2015

19 март 2015 — 11 апрель 2015

11 апрель 2015 — 18 май 2015

  • «Хәҙерге йәштәр мул тормошҡа өйрәнгән, улар насар ҡылыҡлы, дәрәжәләрҙе һанға һуҡмай, оло кешеләрҙе ихтирам итмәй…», тип яҙған боронғо грек философы Сократ.
  • Көн менән төн тигеҙләшкәндә билдәләнгән нәүрүз байрамы Башҡортостанда ла йылдан-йыл әүҙемерәк үткәрелә.
  • Башҡортостанда беренсе космонавт Ю.А. Гагаринға һәйкәл Өфө дәүләт авиация техник университеты алдында 2011 йылда ҡуйылды.
  • «Сыңрау торна» риүәйәте буйынса Фәйзи Ғәскәров либреттоһына һәм Лев Cтепанов музыкаһына 1944 йылда балет ҡуйыла, 1960 йылда фильм-балет төшөрөлә.
  • Билдәле археолог, антрополог, этнолог, гидролог, география магистры, техник фәндәр докторы, профессор С.И.Руденко «Башкиры» тигән китабында «Иң бай башҡорт 3—4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20—30 баш йылҡыға хужа», — тип яҙған.
  • Актёр, сценарист, режиссёр Чарли Чаплин үҙе тыуҙырған образ - «Берәҙәк»кә оҡшаш кешеләр конкурсында, ялған исем менән ҡатнашып, финалға ла үтә алмай.

18 май 2015 — 16 июнь 2015

  • Тере сағында тик тора, ҡырҡһалар — йөрөй башлай, нимә ул? Беләһегеҙ киләме? Сәба батшабикәһе йомаҡтарын уҡығыҙ.
  • 1917 йылдың июнендә Ырымбур ҡалаһында «Башҡорт» гәзите сыға башлай.
  • Нефтекама ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында 2014 йылдың авгусынан Наталья Водянованың «Асыҡ йөрәктәр» фонды төҙөгән балалар уйын майҙансығы эшләй.
  • Донъяла иң ҙур ярымутрау — Ғәрәп ярымутрауы. Уның майҙаны 3 250 мең км².
  • 1995 йылдың 1июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла.
  • Күренекле немец һәм урыҫ энциклопедиясы ғалимы Паллас «Мордва, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғаҙ, башҡорт халыҡтарының иҫтәлекле урындары» («Merkwürdigkeiten des Morduanen, Kasaken, Kalmücken, Kirgisen, Baschkiren etc.» Франкфурт и Лейпциг, 1773—1777, нем.) тигән китабында «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки уның һаулыҡ өсөн файҙаһы бик ҙур», — тип яҙған.

16 июнь 2015 — 14 август 2015


14 август — 20сентябрь

  • Лос-Анджелес сәнғәт музейында 18 быуат рәссамдарының картиналары һаҡлана. Улар араһында француз художнигы Жак Грассе де Сен-Соверҙың «Башкорт ҡатын-ҡыҙы» картинаһы бар.
    Башҡорт-ҡатын ҡыҙы. Жак Грассе де Сен-Сове. 18 быуат
    Башҡорт-ҡатын ҡыҙы. Жак Грассе де Сен-Сове. 18 быуат
  • Пабло Пикассо һуңғы 100 йыл эсендә картиналары һәм полотнолары урланыуы буйынса иң «популяр» рәссам булараҡ та билдәле.
  • 1931 йылдың 10 сентябрендә Сибай башҡорт дәүләт театры ойошторолған.
  • Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралда тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә, бында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 йылғы алтын динары һәм 712 йылғы көмөш дирһәмдәр табыла.
  • 1936 йылда Башҡорт АССР-ына рәсми рәүештә СССР составында союздаш республикаһы статусы биреүҙә баш тартыла. ВКП(б)-ның ҮК генераль секретары И. В. Сталин буйынса Башҡортостандың сит ил дәүләттәре менән уртаҡ сиктәре булмағанға күрә, уға Советтар Союзынан сығыу мөмкинлеге юҡ һәм был үҙ сиратында ил Конституцияһының СССР-ҙан сығыу хоҡуғы тураһындағы пунктын боҙа.
  • Башҡорт Википедияһын төҙөүсө әүҙем ирекмәндәр араһында иң йәш мөхәррир Азат Алтынчурин Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһында йәшәй һәм быйыл 10-сы синыфҡа уҡырға бара. Ул башлыса Континенталь хоккей лигаһы темаһына мәҡәләләр яҙа, яңы мәғлүмәт өҫтәй. 2015 йылда «Викимедиа РУ» ойошторған «Үҫмерҙәр марафоны» конкурсында призлы урын яуланы. Был яңылыҡты 2015 йылдың апрель айы һанында Аманат журналы яҙып сыҡты.

20 сентябрь — 16 октябрь

Сәхәбәләр мәсете
Сәхәбәләр мәсете

16 октябрь — 20 ноябрь

Өфө паркындағы таҡтаташ

20 ноябрь — 16 декабрь

20 ноябрь — бөгөн

«Башҡорт» гәзитенең титул бите

Проект