Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт
Уҡыу көйләүҙәре
Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |
27 декабрь 2014 — 11 февраль 2015
- Ишан Зәйнулла Рәсүлев 1870 йылда Урал аръяғы башҡорттарынан ете мең кешене уҡытыусылар сафына баҫтыра.
- Диңгеҙ төбөндә йәшәүсе ҡайһы бер болоттар (губкалар) башҡа хайуандар менән туҡлана.
- Эквадор — доньяла вулкандар иң күп булған ил.
- Леди Гага, йырсы Уайнхаус Эмиға оҡшамаҫ өсөн, сәсен аҡһыл төҫкә буяған.
- Йәһүҙилек ҡанундары буйынса Шаббат (шәмбе) иң мөһим байрам.
- Бәшмәктәр үҫемлек түгел, улар тере организмдарҙың айырым батшалығы.
- Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һаҡлағыстарында палеолит дәүеренән алып XX быуатҡа тиклем 200 меңдән ашыу экспонат һаҡлана.
11 февраль 2015 — 19 март 2015
- 2010 йылдың 7 февралендә Башҡортостанда «Ашҡаҙар» радиоһы эшен башланы.
- Күренекле революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин — 1918 йылдың 16 сентябрендә булдырылған Ҡыҙыл Байраҡ орденының тәүге кавалерҙарының береһе.
- «Шоңҡар» журналы даими рәүештә «Минең Рәми» исемле һәм башҡа ижади конкурстар үткәрә.
- 250 миллион йыл элек, планетабыҙҙың ҡыҫылыуы арҡаһында, Төньяҡ Боҙло океандың көньяғынан алып Арал диңгеҙе буйындағы далаларына тиклем һуҙылған Урал тауҙары барлыҡҡа килгән.
- 1992 йылдың 25 февралендә Республиканың Юғары Советы Башҡортостан флагын раҫлай.
- Беҙҙең эраға тиклем 212 йылда римлеләр Сиракузи ҡалаһын баҫып ала. Үҙен үлтерергә килгән яугиргә Архимед: «Туҡта, аҙ ғына сабыр ит, мәсьәләмдең сиселешен табайым, һуңынан теләһә нәмә эшлә!», — тип ҡысҡырып өлгөрә.
19 март 2015 — 11 апрель 2015
- Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы һәм журналист Роберт Паль әҫәрҙәре башҡорт, украин, ҡазаҡ, татар, сыуаш телдерендә нәшер ителгән.
- Экватор һыҙығында урынлашҡан Каямбе вулканы түбәһендә мәңгелек боҙлоҡ ята.
- Ҡоҙғондар – иң оҙон ғүмерле ҡоштар, улар иректә 70 йылдан да артығырак йәшәй.
- Көйөргәҙе районындағы Кинйәабыҙ ауылына 1760 йылдарҙа башҡорт старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышы полководецы, манифестар яҙыусы, Пугачевтың идеологы Кинйә абыҙ Арыҫланов нигеҙ һалған.
- Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романы 1929—1939 йылдарҙа рус телендә 6 тапҡыр 1,5 миллионлы дөйөм тираж менән нәшер ителә. Был әҫәр буйынса төшөрөлгән «Салауат Юлаев» фильмын режиссёр Я. А. Протазанов 1941 йылда экрандарға сығара.
- 350—370 млн йылдар элек ғәйрәп ятҡан диңгеҙ төбөндәге риф ҡалдыҡтарынан Стәрлетамаҡ тау-шихандары барлыҡҡа килгән.
11 апрель 2015 — 18 май 2015
- «Хәҙерге йәштәр мул тормошҡа өйрәнгән, улар насар ҡылыҡлы, дәрәжәләрҙе һанға һуҡмай, оло кешеләрҙе ихтирам итмәй…», тип яҙған боронғо грек философы Сократ.
- Көн менән төн тигеҙләшкәндә билдәләнгән нәүрүз байрамы Башҡортостанда ла йылдан-йыл әүҙемерәк үткәрелә.
- Башҡортостанда беренсе космонавт Ю.А. Гагаринға һәйкәл Өфө дәүләт авиация техник университеты алдында 2011 йылда ҡуйылды.
- «Сыңрау торна» риүәйәте буйынса Фәйзи Ғәскәров либреттоһына һәм Лев Cтепанов музыкаһына 1944 йылда балет ҡуйыла, 1960 йылда фильм-балет төшөрөлә.
- Билдәле археолог, антрополог, этнолог, гидролог, география магистры, техник фәндәр докторы, профессор С.И.Руденко «Башкиры» тигән китабында «Иң бай башҡорт 3—4 мең баш йылҡы тотһа, иң ярлыһы 20—30 баш йылҡыға хужа», — тип яҙған.
- Актёр, сценарист, режиссёр Чарли Чаплин үҙе тыуҙырған образ - «Берәҙәк»кә оҡшаш кешеләр конкурсында, ялған исем менән ҡатнашып, финалға ла үтә алмай.
18 май 2015 — бөгөн
- Тере сағында тик тора, ҡырҡһалар, йөрөй башлай, нимә ул? Сәба батшабикәһе йомаҡтарынан уҡып белерһегеҙ.
- 1917 йылдың июнендә Ырымбур ҡалаһында "Башҡорт" гәзите сыға башлай.
- Нефтекама ҡалаһында Наталья Водянованың «Асыҡ йөрәктәр» фонды төҙөгән балалар уйын майҙансығы эшләй.
- Донъяла иң ҙур ярымутрау — Ғәрәп ярымутрауы. Уның майҙаны 3 250 мең км².
- 1995 йылдың 1июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы асыла.
- Күренекле немец һәм урыҫ энциклопедиясы ғалимы Паллас «Морда, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғаҙ, башҡорт халыҡтарының иҫтәлекле урындары» («Merkwürdigkeiten des Morduanen, Kasaken, Kalmücken, Kirgisen, Baschkiren etc.» Франкфурт и Лейпциг, 1773—1777, нем.) тигән китабында «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки һаулыкҡа уның файҙаһы бик ҙур», — тип яҙған.