(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы»
маҡтаулы исеме
Ил

Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһы

Награда төрө

маҡтаулы исем

Кемгә бирелә

Башҡортостан сәнғәт эшмәкәрҙәренә

Награда тапшырыла

Башҡортостан Республикаһының художестволы мәҙәниәтенә ҙур өлөш индереү һәм киң билдәлелек яулаған өсөн

Статус

бирелә

Статистика
Раҫланған ваҡыты

18 апрель 1996 йыл

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы — Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме. 1996 йылдың 18 апрелендәге N УП-228 «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары тураһында» законы нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

Бүләкләү осраҡтары

Был исем Башкортостан Республикаһы Президенты тарафынан республиканың художестволы мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән һәм киң билдәлелек яулаған спектаклдәр, кинофильмдар, телеспектаклдәр, телефильмдар, эстрада, концерт, цирк программалары, телевизион һәм радиоәҫәрҙәр ижад итеп, сағыу образдар тыуҙырған, юғары оҫталыҡҡа эйә булған артистарға, режиссерҙарға, балетмейстерҙарға, дирижерҙарға, хормейстерҙарға, музыкаль башҡарыусыларға һәм башҡа сәнғәт әһелдәренә бирелә.

Ҡағиҙә булараҡ, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» йәки «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандан һуң биш йыл үткәс кенә бирелә.

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булыусыға был маҡтаулы исемдең бирелеүе тураһында Башҡортостан Республикаһының Грамотаһы һәм «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән күкрәк билдәһе тапшырыла. «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменең күкрәк билдәһе күкрәктең уң яғына тағыла. .

Күкрәк билдәһенең һүрәтләнеше

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһе түңәрәк формалы, «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән алтын менән ялатылған яҙыулы. Билдәнең кире яғы шыма. Аҫҡы өлөшөндә башаҡтар көлтәһе, уртала — ҡурай сәскәһе. Ҡурай сатыры Республика халыҡтарының берҙәмлеген символлаштыра, ә сәскә таждары Башҡортостан территорияһында йәшәгән тарихи ырыуҙар һанына тап килә. Башаҡтар бәйләме байлыҡты, башҡорт еренең уңдырышлылығын символлаштыра. Билдә элмәк һәм балдаҡ ярҙамында Башҡортостан республикаһы флагының дуртмөйөшлө төҫлө ҡалыбына беркетелгән. Һәр төҫ билдәле бер мәғәнәгә эйә; күк -асыҡлыҡты, тоғролоҡто, аҡ — тыныслыҡты, сафлыҡты һәм дуҫлыҡты, йәшел — тормоштоң сәскә атыуын һәм яңырыуын белдерә.

Лауреаттары

Һылтанмалар