(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Баймаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
01:56, 25 декабрь 2012 өлгөһө; EmausBot (фекер алышыу | өлөш) (r2.7.3) (робот юйҙы: diq:Baymak; косметические изменения)
Ҡала
Баймаҡ
Баймаҡ
Герб
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Координаталар

52°35′ с. ш. 58°19′ в. д.HGЯO

Климат тибы

континенталь

Милли состав

башҡорттар (70 %),
урыҫтар (23 %),
татарҙар (5 %)

Этнохороним

баймаҡтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды34751
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 404 000 000

ОКТМО коды

80 606 101 001

Рәсми сайт

baimak.ru

Ҡала сайты

Баймак.ru

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Баймаҡ (Рәсәй)
Баймаҡ
Баймаҡ
Баймаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Баймаҡ

БаймаҡБашҡортостанда республика әһәмиәтендәге ҡала, Баймаҡ районының административ үҙәге.

Файл:Baymak panorama view 1.jpg
Ҡала панорамы

Ҡала Ирәндек армытында, Көньяҡ Урал тауы битендә, Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан.

Тарихы

Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1748 йылда Каниниколь һәм Преображен баҡыр иретеү заводтарының мәғдән базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары баҫтырылғас, ҡасаба батша карателдәре тарафынан яндырыла, мәғдән табыу туҡтатыла. XIX быуат урталарында Таналыҡ йылғаһы буйлап бөртөклө алтын табылғас, капиталист Жуков алтын приискыларын аса. Был төбәккә урыҫ халҡының күпләп күсеп килеүе ошо ваҡиға менән бәйле. Горяев, Андреев, Кабановтар һәм ЮУГАО инглиз компанияһы прииск хужалары булалар.

Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1922 йылда Бөрйән—Таналыҡ волосының үҙәге була. 1917 йылдың 7 ноябрендә эшсе депутаттар советы һәм ревком һайлана, уның председателе итеп Леонид Азанов тәғәйенләнә.

1928 йылда Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә, ә 1938 йылда район әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә. 1992 йылда ҡалаға республика әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә.

Башҡортостан Президентының 1994 йылдың мартындағы указы нигеҙендә ҡала һәм район дөйөм территориаль-административ берәмек булып иҫәпләнә.

Халҡы

Ҡала һәм районда йәшәүселәрҙең ҙур өлөшө — башҡорттар.


Демографик торғонлоҡ — ҡала һәм райондың мәсьәләһе булып тора. Был халыҡтың күрше район һәм ҡалаларға күсеп китеүе менән бәйле.

Йыл Халыҡ һаны (мең кеше)
1939 13,9
1959 11,3
1970 12,5
1989 16,0
2002 17,2
2008 16,9
2009 17,0

Сәнәғәт ойошмалары

  1. Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ААЙ
  2. Башкомбикорм ААЙ
  3. Башптицепром ААЙ
  4. ПМК Баймаҡ яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы

Белем биреү учреждениелары

  1. 105-се һөнәри училищеһы
  2. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы
  3. Өфө йылылыҡ-энергетика техникумының Баймаҡ филиалы

Һылтанмалар