(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Ағиҙел (хоккей клубы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ағиҙел
Ил: Башҡортостан Башҡортостан
Ҡала: Өфө Өфө
Нигеҙләнгән: 2010
Өй аренаһы: Салауат Юлаев спорт һарайы (3 501 урын)
Төҫтәр:               
Хоккей лигаһы: ҠҠХЛ
Баш тренеры: Рәсәй флагы Денис Афиногенов
Капитан: Рәсәй флагы Екатерина Лебедева
Трофейҙар: ҠҠХЛ чемпионы (2017/18, 2018/19)
Даими миҙгелдә еңеүҙәр: 2 (2017/18, 2018/19)
Рәсми сайт: hcsalavat.ru
Аффилир КМС: БЮТ

«Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы — Өфө ҡалаһының шайбалы хоккей командаһы. Клуб Башҡортостандың төп йылғаһы булған Ағиҙел исеме менән аталған. Ул 2010 йылда ойошторола. Ике тапҡыр чемпион була. Рәсәй чемпионатының дүрт бронза миҙалын һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының ике көмөш миҙалын еңеүсе.

Тарихы

2018 йылға тиклем логотибы

Команда 2010 йылда «Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккейҙы үҫтереү» программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килә. Башҡортостан республикаһының төп һыу артерияһы — Ағиҙел йылғаһы исеме менән аталған. Мортаза Рәхимов һәм Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк араһында һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә 2010 Йылдың 31 авгусында команда булдырыу тураһында приказ ҡабул ителә, ә шул йылдың сентябрь айында команда йыйыла. 23 сентябрҙә «Ағиҙел» командаһы Рәсәй чемпионатында ҡатнаша башлай.

Тәүге состав тулыһынса элек туп менән хоккей уйнаған спортсмендар менән йыйылған була. Тәүге миҙгелдә «Ағиҙел» бөтә уйындарында еңелә, бер мәрәй ҙә йыймай һәм Рәсәй чемпионатында һуңғы урынға төшә. 2011/2012 йылдар миҙгеле алдынан составтың яртыһы яңыртыла. Шул миҙгелдә «Ағиҙел» бронза миҙалдарын еңә. Артабан команда 2012/2013, 2013/2014 һәм 2014/2015 йылдар миҙгелдәрендә бронза миҙалын тағы ла еңә.

ҠҠХЛ

«Ағиҙел» Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһына 2015 йылда күскән ете командаларҙың береһе була. Яңы лигала сығыш яһауын «Ағиҙел» яҡшы башлай. 22 декабрҙә команданың баш тренеры Владимир Малмыгин эшенән китергә була. 2016 йылдың 11 ғинуарына тиклем Сергей Трудаков команданың ваҡытлыса баш тренеры була. 11 ғинуарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубының элекке хоккейсыһы Денис Афиногенов команданы етәкләй[1]. Шул миҙгелдә команда үҙ тарихында дүрт миҙгел дауамында бронза отҡас, тәүгегә көмөш миҙалдарын еңә. Киләһе йылда команда шул уҡ күрһәткесте яңынан ҡабатлай.

2017/2018 йылдар миҙгеленең тәүге уйынында «Ағиҙел» Салауат Юлаев исемендәге спорт һарайында 3 350 тамашасы йыя һәм лиганың был күрһәткесе буйынса үткән рекордын ике меңгә уҙа[2]. Өфө хоккейсылары тәүге тапҡыр даими миҙгелде беренсе урында тамамлай. Артабан плей-оффтың ярымфиналында «СКИФ» (2-0) һәм финалда «Торнадо» (3-0) хоккей клубтарын ота һәм беренсегә ҠҠХЛ чемпионы исемен яулай.

2018/2019 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» тағы ла даими миҙгелдә беренсе була. ҠҠХЛ ярымфиналында «СКИФ» командаһын ота (2-1), ә финалда Санкт-Петербургтан «Динамо» клубынан көслөрәк була (3-0). Шулай итеп, Өфө ҡыҙҙары икенсе йыл рәттән ҠҠХЛ чемпиондары була.

Стадион

«Салауат Юлаев» спорт һарайы

«Салауат Юлаев» спорт һарайы Өфө ҡалаһында, Зорге урамында 41 адресы буйынса урынлашкан. «Салауат Юлаев» спорт һарайы беренсе тамашасыларҙы 1967 йылдың 28 ноябрҙә аренаны асыу матчы Салауат Юлаев менән Торпедо-Усть-Каменогорск командалары осрошҡанда ҡабул итә. (3 501 урын)

Команданың ҡаҙаныштары

  • Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының еңеүсеһе (2017/2018, 2018/2019).
  • «EURO WOMEN'S HOCKEY CHALLENGE - 2017» турнирында беренсе урын (2017)
  • «Ағиҙел» кубогы (2015, 2016)
  • Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көсләтеүҙе бөтөрөү өсөн көрәшеү халыҡ-ара көнөнә бағышланған турнирҙа беренсе урын (2011)
  • ҠҠХЛ асыҡ кубогын еңеүсе (2019)
  • Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы көмөш миҙалсыһы (2015/2016, 2016/17)
  • Czech Womens Cup турнирында икенсе урын (2011)
  • Czech Womens Cup турнирында икенсе урын (2013)
  • Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙ чемпионатының бронза миҙалын алыусы (2011/2012).
  • Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙ чемпионатының бронза миҙалын алыусы (2012/2013).
  • Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙ чемпионатының бронза миҙалын алыусы (2013/2014).
  • Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙ чемпионатының бронза миҙалын алыусы (2014/2015).
  • Ҡытайҙа миҙгел алдынан үткән турнирҙа бронза миҙалын алыусы (2019)

Шәхси еңеүҙәр

Статистика

«Ағиҙел» шайбалы хоккей буйынса Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар чемпионатында
Миҙгел Урын У Е ЕО ЕБ БО ОО О ШИ ШҮ М
2010/11 6 30 0 0 0 0 0 30 22 288 0
2011/12 1 30 13 0 2 0 0 15 95 114 43
2012/13 1 48 30 1 0 0 1 16 182 107 93
2013/14 1 40 32 2 0 0 0 6 215 75 100
2014/15 1 32 18 2 2 0 1 9 117 95 63
«Ағиҙел» Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында
Миҙгел Урын У Е ЕО ЕБ БО ОО О ШИ ШҮ М
2015/16 2 24 16 1 1 1 1 4 117 61 54
2016/17 2 36 24 2 2 1 1 6 184 80 82
2017/18 1 24 18 3 0 1 0 2 105 39 61
2018/19 1 36 26 1 1 0 2 6 164 61 84
Бөтәһе 120 84 7 4 3 4 18 570 241 281
  • 2017/2018
Ярымфинал: «Ағиҙел»«СКИФ» 2-0 (6:4, 6:1)
Финал: «Ағиҙел»«Торнадо» 3-0 (2:0, 3:2, 4:1)
  • 2018/2019
Ярымфинал: «Ағиҙел» — «СКИФ» 2-1 (1:2, 4:2, 4:3 ө.в.)
Финал: «Ағиҙел»«Динамо» 3-0 (4:1, 2:1, 4:1)

Иҫкәрмә: У — уйындар, Е — төп ваҡытта еңеү, ЕО — овертаймда еңеү, ЕБ —буллитта еңеү, ОО — овертаймда отолош, БО — буллитта отолош, О — төп ваҡытта отолош, ШИ — шайба индергән, ШҮ — шайба үткәргән, М — мәрәйҙәр.

Баш тренерҙар

«Ағиҙел» командаһының бөтә тренерҙары:

Составы

Ҡапҡасылар
# Ил Уйынсы Тыуған йыл Тыуған урыны
31 Рәсәй флагы Анна Пругова 20 ноябрь 1993 Хабаровск, Рәсәй
Һаҡсылар
# Ил Уйынсы Тыуған йыл Тыуған урыны
2 Рәсәй флагы Мария Баталова 3 май 1996 Междуречье, Рәсәй
12 Рәсәй флагы Мария Печникова 8 июнь 1992 Ижевск, Рәсәй
24 Рәсәй флагы Варвара Леонова 17 август 2003 Конаково, Рәсәй
70 Рәсәй флагы Анна Шибанова 10 ноябрь 1994 Омск, Рәсәй
72 Рәсәй флагы Анастасия Астраханцева 24 декабрь 2003 Пермь, Рәсәй
75 Рәсәй флагы Милана Леушкина 25 ғинуар 2002 Подольск, Рәсәй
Һөжүм итеүселәр
# Ил Уйынсы Тыуған йыл Тыуған урыны
9 Рәсәй флагы Элина Митрофанова 28 ғинуар 1992 Большой Исток, Рәсәй
16 Рәсәй флагы Илона Маркова 18 ғинуар 2002 Киров, Рәсәй
17 Рәсәй Федерацияһы Екатерина Лебедева Капитан спорт 14 сентябрь 1989 Екатеринбург, Рәсәй
18 Рәсәй флагы Ольга Сосина 19 декабрь 1972 Әлмәт, Рәсәй
27 Рәсәй флагы Вероника Коржакова 9 июнь 2003 Силәбе, Рәсәй
44 Рәсәй флагы Алена Зубкова 5 февраль 2000 Тверь, Рәсәй
77 Рәсәй флагы Инна Дюбанок 20 февраль 1990 Можайск, Рәсәй
87 Рәсәй флагы Полина Лучникова 30 ғинуар 2002 Серов, Рәсәй
91 Чехия Алена Миллс 9 июнь 1990 Часлав, Чехия
92 Словакия Чупкова Николь 4 ноябрь 1992 Кошице, Словакия
93 Рәсәй флагы Елизавета Роднова 12 июль 1999 Силәбе, Рәсәй
99 Рәсәй флагы Мария Тюганкина 15 сентябрь 2000 Тверь, Рәсәй

Капитандар

«Ағиҙел» командаһының ҠҠХЛ-да бөтә капитандары:

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

  • Бер гол да үткәрмәйенсә иң ҙур айырма менән еңеү: 13:0 «СКИФ-2» Түбәнге Новгород (2012/13).
  • Иң ҙур айырма менән еңеү: 15:2 СКСО Екатеринбург (2016/17).
  • Еңеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 15:3 СКСО Екатеринбург (2016/17).
  • Еңелеү килтергән иң һөҙөмтәле уйын: 0:26 «СКИФ» Түбәнге Новгород (2010/11).
  • Иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:26 «СКИФ» Түбәнге Новгород (2010/11).
  • Бер гол да керетмәйенсә иң ҙур айырма менән еңелеү: 0:26 «СКИФ» Түбәнге Новгород (2010/11).
  • Иң оҙон еңеүҙәр серияһы: 20. Иң оҙон еңелеүҙәр серияһы: 33

Уйынсылар рекордтары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар