(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Ахун (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ахун
рус. Ахуново
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл советы

Ахун

Координаталар

54°12′22″ с. ш. 59°36′31″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1780

Халҡы

2449[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453733

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 815 001

ОКТМО коды

80 653 415 101

ГКГН номеры

0518334

Ахун (Рәсәй)
Ахун
Ахун
Ахун (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Ахун

АхунБашҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 22449 кеше[2]. Почта индексы — 453733, ОКАТО коды — 80253815001.

Тарихы

1780 йылда Ҡара-табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Силәбе өйәҙе Иҫәт провинцияһының Мөслим, Ҡорманай ауылдарынан сыҡҡан хеҙмәтле мишәрҙәре Ахун ауылына нигеҙ һала. Ауыл Ахун тип аталған, сөнки бында Иҫәт провинцияһының билдәле ахуны Абдулла Дәүешев йәшәгән.

Ғабдулла_Мөслим_улы_Даушев_ҡәбере,_вафаты_1791

V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 1795 йылда 444 кеше менән 55 йорт иҫәпләнгән. 1859 йылда 1623 кеше менән 280 йорт, 1920 йылда 725 йортта 4087 мишәр һәм татар йәшәгән. Ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡтың ҡырҡа артыуы (V—X рәүиздәр араһында) тәбиғи артыуы иҫәбенә генә түгел, ә иң мөһиме күскенселәр иҫәбенә мөмкин булған (1823 йылда).

18 быуат аҙағына Троицк өйәҙенең Әмин, Сафкүл һ.б. ауылдарынан яһаҡлы татарҙар килеп урынлашҡан, 19 быуат башында — Ҡазан губернаһының Мамадыш өйәҙе татарҙары. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище булған. 1900 йылда 3 мәсет, 2 мәктәп, 6 һыу һәм 8 ел тирмәне теркәлгән[3].

Хәҙерге осор

Ахун урта мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Аҡ шишмә” халыҡ театры), китапхана, тарих тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар.

1870_йылғы_мәсет

Географик урыны

Район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан 25 км һәм Учалы тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта Ҡыйҙыш йылғаһы (Уй йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 30 км

Билдәле шәхестәре

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 4087
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2660
1959 йыл 15 ғинуар 2653
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 2334
2002 йыл 9 октябрь 2610
2010 йыл 14 октябрь 2449 1187 1262 48,5 51,5

Халҡы: 1900 йылда — 2784 кеше; 1920 йылда — 4087 кеше.

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, күпселек милләттәр — татарҙар (59%), башҡорттар (39%).

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Учалы районы Ахун ауылы янында таш һындар
һынташтарҙың иң ҙуры
Дәрвид хәҙрәт исемендәге мәҙрәсә

Урамдары[6]

  • баш. 8 Март урамы — рус. 8 Марта (переулок)
  • баш. Аҡбейек урамы — рус. Акбиек (улица)
  • баш. Ахун тыҡрығы — рус. Ахуновский (переулок)
  • баш. Барый Ғәлиев тыҡрығы — рус. Бари Галиева (переулок)
  • баш. Барый Яриев урамы — рус. Бари Яриева (улица)
  • баш. Башҡорт тыҡрығы — рус. Башкирский (переулок)
  • баш. Вәли Солтан урамы — рус. Вали Султана (улица)
  • баш. Көнсығыш урамы — рус. Восточная (улица)
  • баш. Ғабдулла Туҡай тыҡрығы — рус. Габдуллы Тукая (переулок
  • баш. Ғәлиәскәр Камал тыҡрығы — рус. Галиаскара Камала (переулок)
  • баш. Депутат тыҡрығы — рус. Депутатский (переулок)
  • баш. Есенин тыҡрығы — рус. Есенина (переулок)
  • баш. Көнбайыш урам — рус. Западная (улица)
  • баш. Йылға аръяғы урамы — рус. Заречная (улица)
  • баш. Ибраһимов тыҡрығы — рус. Ибрагимова (переулок)
  • баш. Ирәмәлтыҡрығы — рус. Иремелевский (переулок)
  • баш. Калини тыҡрығы — рус. Калинина (переулок)
  • баш. Кашириндар тыҡрығы — рус. Кашириных (переулок)
  • баш. Киров тыҡрығы — рус. Кирова (переулок)
  • баш. Колхоз урамы — рус. Колхозная (улица)
  • баш. Коммунарҙар тыҡрығы — рус. Коммунаров (переулок)
  • баш. Коммунистик тыҡрыҡ — рус. Коммунистический (переулок)
  • баш. Комсомол тыҡрығы— рус. Комсомольский (переулок)
  • баш. Крупская тыҡрығы — рус. Крупской (переулок)
  • баш. Урман урамы — рус. Лесная (улица)
  • баш. Мәжит Ғафури тыҡрығы — рус. Мажита Гафури (переулок)
  • баш. Матросов тыҡрығы — рус. Матросова (переулок)
  • баш. Йәштәр урамы — рус. Молодежная (улица)
  • баш. Мостай Кәрим тыҡрығы — рус. Мустая Карима (переулок)
  • баш. Муса Йәлилтыҡрығы — рус. Мусы Джалиля (переулок)
  • баш. Муса Мортазин тыҡрығы — рус. Мусы Муртазина (переулок)
  • баш. Таулы урамы — рус. Нагорная (улица)
  • баш. Некрасов тыҡрығы — рус. Некрасова (переулок)
  • баш. Ниғмәт Зөлҡәрнәйев урамы — рус. Нигмата Зулькарнаева ( улица
  • баш. Октябрь урамы — рус. Октябрьская (улица)
  • баш. Ерекле тыҡрығы — рус. Ольховый (переулок)
  • баш. Партизан урамы — рус. Партизанская (улица)
  • баш. Беренсе Май урамы — рус. Первомайский (переулок)
  • баш. Пионер тыҡрығы — рус. Пионерский (переулок)
  • баш. Пугачев тыҡрығы — рус. Пугачева (переулок)
  • баш. Пушкин тыҡрығы — рус. Пушкина (переулок)
  • баш. Революция тыҡрығы — рус. Революционный (переулок)
  • баш. Салауат Юлаев тыҡрығы — рус. Салавата Юлаева (переулок)
  • баш. Совет тыҡрығы — рус. Советский (переулок)
  • баш. Социалистик тыҡрығы — рус. Социалистический ( переулок )
  • баш. Спартак тыҡрығы — рус. Спартака (переулок)
  • баш. Степан Разин тыҡрығы — рус. Степана Разина (переулок)
  • баш. Урал тыҡрығы — рус. Уральский (переулок)
  • баш. Һаҙый Таҡташ тыҡрығы — рус. Хади Такташа (переулок)
  • баш. Үҙәк урам — рус. Центральная (улица)
  • баш. Чапаев тыҡрығы — рус. Чапаева (переулок)
  • баш. Шайморатов тыҡрығы — рус. Шаймуратова (переулок)
  • баш. Мәктәп урамы — рус. Школьная (улица)
  • баш. Шоссе урамы — рус. Шоссейная (улица)
  • баш. Юрий Гагарин тыҡрығы — рус. Юрия Гагарина (переулок)

Тәбиғәт ҡомартҡылары

  • Ахун меңгерҙәре

Видеояҙмаларҙа

Һылтанмалар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр