(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы дримонимдары

Викидәреслек проектынан
18:37, 22 февраль 2023 өлгөһө; Aidar254 (фекер алышыу | өлөш)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)

Ағаслыҡтар (дримонимдар)[үҙгәртергә]

Хәҙрәт шыршыһы[үҙгәртергә]

Хәҙрәт шыршыһы зыярат эсендә. Ҡәберҙәргә ултыртылған ағастарҙың иң бейеге һәм ул ҡайҙан күренеп тора. Ололарҙың һөйләүенсә, бында 1918 йылда Хәлитов Әҙһәм мулла ерләнгән һәм ҡәбер өҫтөнә шыршы ултыртҡандар.

Ветерандар аллеяһы[үҙгәртергә]

Бөйөк Еңеүҙең 45 йыллығына арнап, мәктәп эргәһендә аллея булдырылды. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтыусылар иҫтәлегенә йәш ағастар ул ваҡытта иҫән булған һуғыш ветерандары, мәрхүмдәрҙең туғандары тарафынан ултыртылды һәм хәҙер мәктәп эргәһен йәмләп ултыра.