(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары

Wikimedia-Listn

Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш (2013—2018 йылдар) Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау Башҡортостан Республикаһы Һайлау кодексының 20-се статьяһының 9-сы өлөшө, 99 статьяһының 3-сө өлөшө, 100-сө статьяһының 1-се өлөшө нигеҙендә 2013 йылдың 8 сентябрендә үткәрелә.

Һайлауҙар берҙәм республика округы буйынса һәм 55 бер мандатлы һайлау округы буйынса ойошторола.

Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай 110 депутаттан тора. Шуларҙың 55 — берҙәм республика округы буйынса, 55 — бер мандатлы һайлау округтары буйынса һайлана.

2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары

Һылтанмалар

үҙгәртергә