(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Һуҡырлыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
29 юл: 29 юл:


=== Һуҡыр кешене йөрөтөүсе эт ===
=== Һуҡыр кешене йөрөтөүсе эт ===
[[Файл:Caoguia2006.jpg|слева|мини|250x250пкс|Һуҡыр ир-ат һәм эт-йөрөтөүсе (Бразилия)]]
[[Файл:Caoguia2006.jpg|слева|мини|250x250пкс|Һуҡыр ир һәм йөрөтөүсе эт (Бразилия)]]
Бер нисә йөҙ йыл һуҡырҙар һәм насар күреүсе кешеләргә бинанан тыш ерҙәрҙә йөрөү, ҡаршылыҡтарҙы үтеү өсөн махсус өйрәтелгән эттәрҙе файҙаланалар.
Бер нисә йөҙ йыл һуҡырҙар һәм насар күреүсе кешеләргә бинанан тыш ерҙәрҙә йөрөү, ҡаршылыҡтарҙы үтеү өсөн махсус өйрәтелгән эттәрҙе файҙаланалар.
[[Файл:Guide_horse.jpg|слева|мини|Һуҡыр кешене йөрөтөүсе миниатюр ат]]
[[Файл:Guide_horse.jpg|слева|мини|Һуҡыр кешене йөрөтөүсе миниатюр ат]]

05:09, 27 декабрь 2017 өлгөһө

Һуҡырлыҡ
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә тифлология[d]
Медицина тармағы неврология[d] һәм офтальмология[d]
Пиктограмма
ICD-9-CM 369[1][2]
ICPC 2 F94
Код NCI Thesaurus C97109[2]
 Һуҡырлыҡ Викимилектә

Һуҡырлыҡ — күҙҙең бөтөнләй күрмәүен йәки уның етди йәрәхәтләнеүен аңлатҡан медицина термины.

Был физик кәмселек тулы һуҡырлыҡҡа (амавроз) һәм өлөшләтә күреүгә (скотома) йәки ярым күреүгә (гемианопсия) бүлеп йөрөтөлә. Бынан тыш төҫтәрҙе айырмау (дальтонизм) айырым ҡарала.

Һуҡырлыҡ сәбәптәре

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һуҡырлыҡтың йыш осраған сәбәбтәрен түбәндәгесә күрһәтә. Был осраҡта һуҡырлыҡтың күп төрҙәрен дуаларға мөмкин.

  • ҡылау (47,9 %)
  • глаукома (12,3 %)
  • ҡартлыҡ менән бәйле күреү һәләте кәмеү, (8,7 %)
  • күҙ мөгөҙсәһенең тоноҡланыуы(5,1 %)
  • диабетик ретинопатия (4,8 %)
  • балалар һуҡырлығы (А витамины дефицитынан, етлекмәй тыуған балаларҙа ретинопатия һәм ҡылау (РН)[3]) (3,9 %)
  • трахома (3,6 %)
  • онхоцеркоз (0,8 %)

Күҙҙең йәрәхәтләнеүе һәм инфекциялар (мәҫәлән, бленнорея, сифилис һ. б.) һуҡырлыҡҡа килтерергә мөмкин. Донъяла ҡартлыҡ һәм диабет менән бәйле һуҡырлыҡ йышыраҡ осрай. Икенсе яҡтан, медик-санитар эшмәкәрлек арҡаһында инфекция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һуҡырлыҡ һаны кәмей.

Һуҡыр кеше һәм йәмғиәт

Махсус сәғәт циферблаттары

Һуҡырҙарға йәмғиәт реабилитацияһы һәм социаль ярҙам

Һуҡырҙарҙы уҡытыу һәм махсус мәктәптәрҙә һәм интернаттарҙа башҡарыла.

Һуҡырҙарҙы уҡытыу өсөн Брайль шрифты ҡулланыла. Һуҡырҙар өсөн рельефлы Брайль шрифты менән яҙылған китаптар һәм аудиокитаптар һаҡланған махсус китапханалар бар. Һуҡырҙар өсөн Рәсәй Дәүләт китапханаһы — Рәсәйҙә һуҡырҙар өсөн иң ҙур китапхана.

Рельефлы шрифт менән яҙылған китаптарҙан һәм аудиокитаптарҙан тыш һәм, уның был китапхананың коллекцияһында һуҡырҙарға төрлө объекттарҙың һынын белергә мөмкинселек биргән рельефлы-күләмле моделдәр бар.

Хәҙерге заман фән ҡаҙаныштары ярҙамында һуҡырлыҡ менән көрәш

Һуҡыр кешене йөрөтөүсе эт

Һуҡыр ир һәм йөрөтөүсе эт (Бразилия)

Бер нисә йөҙ йыл һуҡырҙар һәм насар күреүсе кешеләргә бинанан тыш ерҙәрҙә йөрөү, ҡаршылыҡтарҙы үтеү өсөн махсус өйрәтелгән эттәрҙе файҙаланалар.

Һуҡыр кешене йөрөтөүсе миниатюр ат

Компьютер электрон ҡоролмалар

  • Әлеге ваҡытта баҫма китаптарға альтернатива булып аудиокитаптар һәм цифрлы аудиоплеерҙарҙа инсценировкалар һәм аудиоспектаклдәр иҫәпләнә. Ирекмәндәр тарафынан булдырылған аудиокитаптар булған сайттар ҙа бар.
  • Дикторҙар тарафынан махсус яҙылған аудиокитаптарҙан тыш, һуҡырҙар өсөн телмәр генераторы нигеҙендә экрандан тауышлы уҡыу программаһы практик әһәмиәткә эйә.
  • Һуҡырҙар персональ компьютерҙа ғәҙәти йәки махсус брайль клавиатураһы һәм брайль дисплейы ярҙамында тексты шымарта алалар.

Бионик күҙ

  • Бионик күҙ — юғалған күреү һәләтен тергеҙеү өсөн яһалма күреү системаһы. Йәрәхәтләнгән күҙ селтәренә имплантаттар ҡуйыу.

Танылыу алған һуҡырҙар

Үҙ таланттары һәм яҡындары ярҙамы арҡаһында һуҡыр булыуына ҡарамаҫтан сәнғәттә, фәндә, йәмәғәт эшмәкәрлегендә ҙур бейеклектәргә өлгәшкән кешеләр бар. Улар араһында — Гомер (VIII б.); Джон Мильтон (XVII быуат); XX быуат — Борхес, Хелен Келлер, Николай Островский, Ванга, Эдуард Асадов, Рэй Чарльз, Стив Уандер, Андреа Бочелли; XXI быуатта — Диана Гурцкая һәм Олег Аккурат бар.

Иҫкәрмәләр

  1. база данных Disease ontology (ингл.) — 2016.
  2. 2,0 2,1 (unspecified title) — 2018-06-29 — 2018.
  3. ВОЗ — 10 фактов о слепоте — 7