(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Ырымбур губернаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
47 юл: 47 юл:
[[Рәсем:Orenburgskaya gubernia.jpg|thumb|300px|Ырымбур губернаһының 1821 йылғы картаһы]]
[[Рәсем:Orenburgskaya gubernia.jpg|thumb|300px|Ырымбур губернаһының 1821 йылғы картаһы]]


'''Ырымбур губернаһы''' — [[XVIII]]-[[XIX]] быуатта [[Рәсәй империяһы]]ның административ берәмеге (өлкәһе); хәҙерге [[Ырымбур өлкәһе]], өлөшләтә [[Башҡортостан]] һәм [[Татарстан]] республикалары, [[Силәбе өлкәһе|Силәбе]], [[Ҡорған өлкәһе|Ҡорған]], [[Һамар өлкәһе|Һамар]], [[Һарытау өлкәһе|Һарытау]] өлкәләренә һәм [[Ҡаҙағстан]]дың [[Атырау өлкәһе|Атырау]] һәм [[Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе|Көнбайыш Ҡаҙағстан]] өлкәләренә тура килә. Үҙәге — [[Ырымбур]] ҡалаһы.
'''Ырымбур губернаһы (виләйәте)''' — [[XVIII]]-[[XIX]] быуатта [[Рәсәй империяһы]]ның административ берәмеге (өлкәһе); хәҙерге [[Ырымбур өлкәһе]], өлөшләтә [[Башҡортостан]] һәм [[Татарстан]] республикалары, [[Силәбе өлкәһе|Силәбе]], [[Ҡорған өлкәһе|Ҡорған]], [[Һамар өлкәһе|Һамар]], [[Һарытау өлкәһе|Һарытау]] өлкәләренә һәм [[Ҡаҙағстан]]дың [[Атырау өлкәһе|Атырау]] һәм [[Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе|Көнбайыш Ҡаҙағстан]] өлкәләренә тура килә. Үҙәге — [[Ырымбур]] ҡалаһы.


== Тарих ==
== Тарих ==

07:17, 6 сентябрь 2013 өлгөһө

Рәсәй империяһы губернаһы
Исеме Ырымбур губернаһы
Үҙәге Ырымбур
Ойошторолған 1744
Майҙаны 166 710,9 км²
Халҡы 1 600 145[1] (1897)
Губерна гербы
Ырымбур губернаһының 1821 йылғы картаһы

Ырымбур губернаһы (виләйәте)XVIII-XIX быуатта Рәсәй империяһының административ берәмеге (өлкәһе); хәҙерге Ырымбур өлкәһе, өлөшләтә Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Силәбе, Ҡорған, Һамар, Һарытау өлкәләренә һәм Ҡаҙағстандың Атырау һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәләренә тура килә. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы.

Тарих

Борондан төбәкте төрлө ерле төрки халыҡтар биләй: Көньяҡ Урал һәм тирә-яҡтары - башҡорттарҙың борондан тыуған йорто; көнбайышыраҡ — татарҙар ере; башҡорт йортонан көньяҡ-көнсығыштағы далаларҙа ҡаҙаҡҙар күсмә тормош итә; Түбәнге Яйыҡнуғайҙар биләмәһе булараҡ билдәле.

XVII быуаттың икенсе яртыһынан алып Рәсәй империяһы Көньяҡ Уралда һәм тирә-яҡ төбәктәрҙә йоғонтоһон көсәйтә килә. Төбәктәге тәүге урыҫтар Иван Грозныйҙың язаларынан ҡасып, Яйыҡ буйына күсеп килә. Пётр I Ырымбур ерҙәрен Рәсәй өсөн мөһим терәк майҙан, Урта Азияға инер өсөн уңайлы ҡапҡа тип күрә. Хәйер, уның ниәттәре Анна Иоанновна осоронда ғына ғәмәлғә аша башлай. Төбәккә казактар күсереп ултыртыла, башҡорт менән ҡаҙаҡ ерҙәре араһында ҡәлғә һыҙаты төҙөлә.

1744 йылда Ырымбур губернаһы ойошторола; 1752 йылға уға Әстрәхән губернаһынан Гурьев ҡаласығы, 1773 йылда Ҡазан губернаһынан Һамар ҡалаһы ҡушыла.

1775 йылың октябренә торошло губерна түбәндәге өс провинциянан тора [2]:

  • Ырымбур провинцияһы
  • Иҫәт провинцияһы
  • Өфө провинцияһы.

1782 йылда Өфө наместниклығы ойошторола; уға ике өлкә (область) – Өфө һәм Ырымбур өлкәләре инә.

Өфө өлкәһенә түбәндәге 8 өйәҙ ҡарай:

  • Өфө өйәҙе
  • Бөрө өйәҙе
  • Минзәлә өйәҙе
  • Бөгөлмә өйәҙе
  • Боғорослан өйәҙе
  • Бәләбәй өйәҙе
  • Стәрлетамаҡ өйәҙе
  • Силәбе өйәҙе.

Ырымбур өлкәһенә 4 өйәҙ ҡарай:

  • Ырымбур өйәҙе
  • Верхнеуральск (Үрге Яйыҡ) өйәҙе
  • Быҙаулыҡ өйәҙе
  • Сергиев өйәҙе.

Шул уҡ ваҡытта Гурьев менән Уральск ҡалалары Әстрәхән губернаһына күсерелә; Ырымбур башҡала тип билдәләнә. 1796 йылда Өфө наместниклығының атамаһы “Ырымбур губернаһы”на үҙгәртелә, Ырымбур башғалаһы булып ҡала. 1802 йылы башҡала Өфөгә күсә. 1850 йылда Бөгөлмә, Боғорослан һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәре яңы ойошторолған Һамар губернаһына бирелә. 1865 йылы губерна икегә – Өфө һәм Ырымбур губернаһына– бүленә. Шул уҡ йылда бығаса үҙ махсус (кантон һәм йорт) идаралығы аҫтында булған башҡорттар дөйөм губерна идаралығына күсә.

1919 Ырымбур губернаһынан Силәбе губернаһы бүленә. 1928 йылда төбәк Урта Волга өлкәһенә индерелә, 1934 йылда айырым Ырымбур өлкәһе булдырыла.

Административ бүленеш

1865—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһының административ бүленеше

1865 - 1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһы 5 өйәҙҙән тора:

Өйәҙ Өйәҙ ҡалаһы Майҙаны (
км²)
Халҡы[1]
(1897).
1 Верхнеуральск өйәҙе Верхнеуральск (11 095 кеше) 43 768,5 223 245
2 Ырымбур өйәҙе Ырымбур (72 425 кеше) 32 691,1 555 653
3 Орск өйәҙе Орск (14 016 кеше) 40 806,5 206 944
4 Троицк өйәҙе Троицк (23 299 кеше) 20 551,1 201 231
5 Силәбе өйәҙе Силәбе (19 998 кеше) 28 893,7 413 072

Халыҡ һаны

Дөйөм халыҡ һаны — 1 836 мең; халыҡ тығыҙлығы — 1 кв. км-ға 10 кеше; 6 ҡалала 174 мең кеше тора.

1897 йылға торошло халыҡ иҫәбе (туған тел буйлап)[3]:

Өйәҙ урыҫтар башҡорттар татарҙар украиндар мордвалар мишәрҙәр м-н
типтәрҙәр
сыуаштар ҡаҙаҡтар
Бөтә губерна буйлап 70,4% 15,9% 5,8% 2,6% 2,4% 1,4%
Верхнеуральск 65,5% 19,7% 5,4% 1,3%
Ырымбур 68,4% 10,2% 8,6% 5,4% 4,7% 7,1%
Орск 40,1% 42,8% 6,8% 4,3% 3,7% 1,0%
Троицк 82,2% 7,4% 7,4% 1,1%
Силәбе 85,1% 12,3%

Һылтанмалар

  1. 1,0 1,1 Демоскоп Weekly. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Наличное население в губерниях, уездах, городах Российской Империи (без Финляндии).
  2. Изменение административно-территориального деления России за последние 300 лет
  3. Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей

Шулай уҡ карағыҙ