(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Химия: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
28 юл: 28 юл:
{{quote|
{{quote|
Химия — ҡатнаш есемдә барған үҙгәрештәр тураһындағы фән, шуға күрә лә ул ҡатнаш. ...Был аныҡлау тулы түгел, башҡа химия китаптарында булған бүленеү, ҡушылыу, таҙартыу кеүек төшөнсәләр бирелмәгән тип әйтеүсәләр булыуына шикләнмәйем; әммә, алдан күрә белеүселәр химия китаптарында яҙылған ауыр мәшәҡәтле тикшереүҙәрҙе бер һүҙ менән аңлатып була икәнен аңлай: был һүҙ ҡатнаш есем. Ысынында иһә, ҡатнаш есем тураһында белеме булғандар тарҡалыу, ҡушылыу кеүек төрлө үҙгәрештәрҙе лә аңлата ала.}}
Химия — ҡатнаш есемдә барған үҙгәрештәр тураһындағы фән, шуға күрә лә ул ҡатнаш. ...Был аныҡлау тулы түгел, башҡа химия китаптарында булған бүленеү, ҡушылыу, таҙартыу кеүек төшөнсәләр бирелмәгән тип әйтеүсәләр булыуына шикләнмәйем; әммә, алдан күрә белеүселәр химия китаптарында яҙылған ауыр мәшәҡәтле тикшереүҙәрҙе бер һүҙ менән аңлатып була икәнен аңлай: был һүҙ ҡатнаш есем. Ысынында иһә, ҡатнаш есем тураһында белеме булғандар тарҡалыу, ҡушылыу кеүек төрлө үҙгәрештәрҙе лә аңлата ала.}}
=== Йылылыҡ һәм флогистон. Газдар ===

[[XVIII быуат]] башында [[Шталь Георг Эрнст|Шталь]] яныу ваҡытында [[флогистон]] тигән матдә барлыҡҡа килә тип яңы теорияға нигеҙ һала.
1749 йылда М. В. Ломоновсов «Йылы һәм һыуыҡ турыһында уйланыуҙар» тигән хеҙмәтен яҙа (ул [[1742]]—[[1743 йыл]]дарҙа уҡ был турала яҙған — ҡарағыҙ «Заметки по физике и корпускулярной философии»). Был хеҙмәтте [[Леонард Эйлер|Л. Эйлер]] (1747 йылдың 21 ноябрендәге хаты) юғары баһалай.

1848 йылда профессор [[Перевощиков Дмитрий Матвеевич|Д. М. Перевощиков]] М. В. Ломоносовтың хеҙмәттәрен өйрәнеп, уның йылылыҡ теорияһы фән үҫешенән ярты быуатҡа алданыраҡ бара тип билдәләй («Современник», январь 1848, т. VII, кн. 1, отд. II, с. 41—58) һәм башҡа тикшереүселәр ҙә бының менән килешә.<ref name="lom"/>

[[1754 йыл]]да [[Блэк Джозеф|Блэк]] [[углекислый газ]] , [[Пристли Джозеф|Пристли]] [[1774]] йылда — [[кислород]], ә [[Кавендиш Генри|Кавендиш]] [[1766]] йылда — [[водород]] булыуын аса.

[[1740]]—[[1790 йыл]]дар дәүерендә [[Лавуазье Антуан Лоран|Лавуазье]] һәм [[Ломоносов Михаил Васильевич|Ломоносов]]<ref name="lom"/> яныу, окишлашыу, һулыш алыу процесстарына химик аңлатма бирә. Улар [[ут]] матдә түгел, ә йылылыҡ процессының эҙемтәһе икәнен иҫбатлайҙар.
[[Пруст Жозеф Луи|Пруст]] [[1799]]—[[1806 йыл]]дарҙа составтың даими булыуы тураһында законды аса.

[[Гей-Люссак]] [[1808]] йылда газ күләме тураһында Авогадро законын аса. [[Дальтон Джон|Дальтон]] «Химик философияның яңы системаһы» тигән хеҙмәтендә ([[1808]]—[[1827]]) [[атом]]дар барлығын иҫбат итә, бер төрлө атмдарға ''[[атом ауырлығы]]'', ''[[Химик элемент|элемент]]'' тигән төшөнсәлер керетә.


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

04:24, 25 июнь 2018 өлгөһө

Химия
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған алхимия
Алыштырған алхимия
Өйрәнеү объекты химик ҡушылмалар, химик матдәләр төркөмө йәки синыфы[d], химик элемент һәм матдә[d]
Һештег chemistry
Вики-проект Проект:Химия[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 1 901 688
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу kimya.
Stack Exchange сайты chemistry.stackexchange.com
 Химия Викимилектә

Хи́мия (ғәр. خيمياء‎‎, «chemi» – ҡара, ҡара ер, Мысырҙың боронғо атамаһына бәйле) – матдәләр, уларҙың үҙенсәлектәре, матдәләрҙең төрлө әүерелеүҙәре һәм был әүерелеүҙәргә хас күренештәр тураһындағы фән исеме. Иң ҙур әһәмиәткә эйә булған тәбиғәт фәндәренең береһе .

Фәнни-техник прогреста химияның роле бик ҙур.

Химия халыҡ хужалығының бөтә өлкәләренә лә инә. Химия файҙалы ҡаҙылмаларҙы кәрәкле продуктҡа әйләндерә: металдарҙы, уларҙың иретмәләрен, яғыулыҡ эшкәртеүҙе тәъмин итә.

Ауыл хужалығы производствоһының продуктлығы күп осраҡта химия сәнәғәтенең уны минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе ҡоротҡостарҙан һаҡлау саралары менән тәъмин итеүгә бәйле. Химияның роле төҙөлөш материалдары, синтетик туҡымалар, пластмассалар, һабын һәм кер порошоктары, медикаменттар етештереүҙә лә бик ҙур.

Химик матдәләрҙе һәм уларҙың әүрелешен белекһеҙ, контролһеҙ ҡулланыу йыш ҡына әйләнә-тирә мөхиттең бысраныуына китерә, ә был үҫемлектәр, хайуандар һәм кешенең йәшәйешенә тиҫкәре йоғонто яһай.

Тарих

Алхимия

«Алхимия» һүҙе ғәрәпсә. الخيمياء‎ (’al-kīmiyā’), урта грек телендәге χυμεία «флюид» (үҫемлек һуты) һүҙенә бәйле тип иҫәпләнә.

Боронғо Мысыр мәҙәниәтендә технологиялар бик ныҡ үҫешә, быны ошо илдә төҙөлгән объекттар һәм ҡоролмалар күрһәтә, сөнки уларҙы тик яҡшы теоретик һәм практик нигеҙ булғанда ғына төҙөп була икәне бик яҡшы аңлашыла. Был фәндең тәүге теоретик белем сығанағы Мысырҙан килә икәне тураһында һуңғы ваҡытта күп яҙыла. Боронғо осорҙа эзотерикаға ныҡ бәйле, теорияға оҡшап торған алхимия  — ниндәйҙер кимәлдә хикмәтле сәнғәт менән, ниндәйҙер кимәлдә, тәбиғәт фәндәренең иң тәүгеләренән булған — химия симбиозы. Тик химия был белем һәм тәжрибә комплексынан тик формаль рәүештә генә башлана . Ошондай сығанаҡтарҙың береһе — хатта XVII быуатта ла маг һәм тылсымсылар араһында иң хөрмәтлеһе тип һаналған Гермес Трисмегистың «Изумрудная скрижаль» (лат. «Tabula smaragdina») трактаты , шулай уҡ уның хеҙмәттәре тип йөрөтөлгән «Большой алхимический свод» китабындағы трактаттар (Герметический свод).[1][2]

Химияның үҙаллы фән булып китеүе

XVIXVII быуаттарҙа донъяның механистак төҙөлөшөн асыҡлаған фәнни асыштар булғас, сәнәғәт үҫешенән һуң, буржуазия формалашҡас химия үҙалла фән тип ҡабул ителә. Тик физиканан айырмалы булараҡ химияны төҙөлөш-үҙенсәлек миҡдары менән аңлатып булмай, шуға күрә химия миҡдарға бәйлеме, әллә башҡа төрлө белемме тигән бәхәстәр тыуа. 1661 йылда Роберт Бойль «Химик-скептик» хеҙмәтен яҙа. Был хеҙмәтендә ул төрлө есемдәр төрлө киҫәксәләрҙән (корпускулаларҙан) тора һәм улар матдәнең үҙенсәләген билдәләй тип яҙа. Ван Гельмонт яныу процессын өйрәнеп матдәнән газ барлыҡҡа килә тип газ төшөнсәһен керетә. Ул углекислый газ булыуын аса. 1672 йылда Бойль металлдарҙы яндырған ваҡытта уларҙың массаһы артыуын аса, ул быны ялҡында ауырлығы булған киҫәксәләр ҡушылыуы менән аңлата. М. В. Ломоносов беренсе иң билдәле «Математик химия элементтары» (1741) тигән хеҙмәтендә шул замандағы был өлкәләге эшмәкәрлекте сәнғәт тип иҫәпләгән башҡа ғалимдарҙан айырмалы булараҡ химияны фән тип атай[3]:

«

Химия — ҡатнаш есемдә барған үҙгәрештәр тураһындағы фән, шуға күрә лә ул ҡатнаш. ...Был аныҡлау тулы түгел, башҡа химия китаптарында булған бүленеү, ҡушылыу, таҙартыу кеүек төшөнсәләр бирелмәгән тип әйтеүсәләр булыуына шикләнмәйем; әммә, алдан күрә белеүселәр химия китаптарында яҙылған ауыр мәшәҡәтле тикшереүҙәрҙе бер һүҙ менән аңлатып була икәнен аңлай: был һүҙ ҡатнаш есем. Ысынында иһә, ҡатнаш есем тураһында белеме булғандар тарҡалыу, ҡушылыу кеүек төрлө үҙгәрештәрҙе лә аңлата ала.

»

Йылылыҡ һәм флогистон. Газдар

XVIII быуат башында Шталь яныу ваҡытында флогистон тигән матдә барлыҡҡа килә тип яңы теорияға нигеҙ һала. 1749 йылда М. В. Ломоновсов «Йылы һәм һыуыҡ турыһында уйланыуҙар» тигән хеҙмәтен яҙа (ул 17421743 йылдарҙа уҡ был турала яҙған — ҡарағыҙ «Заметки по физике и корпускулярной философии»). Был хеҙмәтте Л. Эйлер (1747 йылдың 21 ноябрендәге хаты) юғары баһалай.

1848 йылда профессор Д. М. Перевощиков М. В. Ломоносовтың хеҙмәттәрен өйрәнеп, уның йылылыҡ теорияһы фән үҫешенән ярты быуатҡа алданыраҡ бара тип билдәләй («Современник», январь 1848, т. VII, кн. 1, отд. II, с. 41—58) һәм башҡа тикшереүселәр ҙә бының менән килешә.[3]

1754 йылда Блэк углекислый газ , Пристли 1774 йылда — кислород, ә Кавендиш 1766 йылда — водород булыуын аса.

17401790 йылдар дәүерендә Лавуазье һәм Ломоносов[3] яныу, окишлашыу, һулыш алыу процесстарына химик аңлатма бирә. Улар ут матдә түгел, ә йылылыҡ процессының эҙемтәһе икәнен иҫбатлайҙар. Пруст 17991806 йылдарҙа составтың даими булыуы тураһында законды аса.

Гей-Люссак 1808 йылда газ күләме тураһында Авогадро законын аса. Дальтон «Химик философияның яңы системаһы» тигән хеҙмәтендә (18081827) атомдар барлығын иҫбат итә, бер төрлө атмдарға атом ауырлығы, элемент тигән төшөнсәлер керетә.

Иҫкәрмәләр

  1. Возникновение и развитие химии с древнейших времён до XVIII века. Всеобщая история химии. М.: Наука. 1989
  2. Рабинович В. Л. Алхимия как феномен средневековой культуры. М.: Наука. 1979
  3. 3,0 3,1 3,2 Михаил Васильевич Ломоносов. Избранные произведения. В двух томах. Т. 1. Естественные науки и философия. — М.: Наука. 1986

Әҙәбиәт

  • Менделеев Д. И. Периодический закон: В 3 т. на сайте Руниверс
  • Некрасов Б. В. Основы общей химии, т. 1. — М.: «Химия», 1973
  • Химическая энциклопедия, п. ред. Кнунянц И. Л., т. 5. — М.: «Советская энциклопедия», 1988
  • Химия: Справ. изд./ В. Шретер, К.-Х. Лаутеншлегер, Х. Бибрак и др.: Пер. с нем. — М.: Химия, 1989
  • Джон Мур. Химия для чайников = Chemistry For Dummies. — М.: «Диалектика», 2011. — 320 с. — ISBN 978-5-8459-1773-7.
  • Н. Л. Глинка. Общая химия. — М.: Интеграл-Пресс, 2008. — С. 728. — ISBN 5-89602-017-1.
  • Джуа М. История химии. — М.: Мир, 1966. — 452 с.
  • Дубинская А. М., Призмент Э. Л. Химические энциклопедии, в кн.: Химический энциклопедический словарь. — М., 1983
  • Потапов В. М., Кочетова Э. К. Химическая информация. Где и как искать химику нужные сведения. — М., 1988
  • Аблесимов Н.Е. Химия - это плохо? http://shkolazhizni.ru/world/articles/52420/
  • Кузнецов В. И. Общая химия: тенденции развития. М.: Высшая школа,
  • Аблесимов Н.Е. Сколько на свете химий? // Химия и жизнь - XXI век. 2009. № 5. С. 49-52; № 6. С. 34-37.
  • Ахметов, Н. С. Общая и неорганическая химия. Общая неорганическая химия. Учеб. для вузов.-4-е изд., испр.,-М,: Высш. шк., Изд. центр" Академия", 2001.-743 с., ил., 2001.
  • Мелентьева, Галина Александровна. Фармацевтическая химия. Рипол Классик, 1985.


Ете быуынлы гетероциклдар



Фән йүнәлештәре | Фән тураһында…
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика