(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Биттең эстәлеге "__NOTOC__ {{Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив}} {{:Ҡалып:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт}}" менән алыштырылған
Тамғалар: Алмаштырылған
 
(6 ҡатнашыусының 39 аралыҡтағы өлгөһө күрһәтелмәгән)
2 юл: 2 юл:
{{Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив}}
{{Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив}}


{{:Ҡалып:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт}}
== 27 декабрь 2014 — 11 февраль 2015 ==
* Ишан '''[[Рәсүлев Зәйнулла Хәбибулла улы|Зәйнулла Рәсүлев]]''' 1870 йылда Урал аръяғы башҡорттарынан ете мең кешене уҡытыусылар сафына баҫтыра.
* [[Диңгеҙ]] төбөндә йәшәүсе ҡайһы бер '''[[болоттар]]''' (губкалар) башҡа [[хайуандар]] менән туҡлана.
* '''[[Эквадор]]''' — доньяла [[вулкан]]дар иң күп булған ил.
* '''[[Леди Гага]],''' йырсы [[Уайнхаус Эми]]ға оҡшамаҫ өсөн, [[сәс]]ен аҡһыл төҫкә буяған.
* [[Йәһүҙилек]] ҡанундары буйынса '''[[Шаббат]]''' (шәмбе) иң мөһим байрам.
* '''[[Бәшмәктәр]]''' [[үҫемлектәр|үҫемлек]] түгел, улар тере [[организм]]дарҙың айырым батшалығы.
* [[Башҡортостан Республикаһының Милли музейы]] һаҡлағыстарында [[палеолит]] дәүеренән алып [[XX быуат]]ҡа тиклем 200 меңдән ашыу экспонат һаҡлана.

== 11 февраль 2015 — 19 март 2015 ==
* [[2010 йыл]]дың [[7 февраль|7 февралендә]] [[Башҡортостан]]да '''[[Ашҡаҙар (радио)|«Ашҡаҙар» радиоһы]]''' эшен башланы.
* Күренекле революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре '''[[Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы|Шәһит Хоҙайбирҙин]]''' — [[1918 йыл]]дың [[16 сентябрь|16 сентябрендә]] булдырылған [[Ҡыҙыл Байраҡ ордены]]ның тәүге кавалерҙарының береһе.
* '''[[Шоңҡар (журнал)| «Шоңҡар» журналы]]''' даими рәүештә «Минең Рәми» исемле һәм башҡа ижади конкурстар үткәрә.
* 250 миллион йыл элек, [[Ер (планета)|планета]]быҙҙың ҡыҫылыуы арҡаһында, [[Төньяҡ Боҙло океан]]дың көньяғынан алып Арал диңгеҙе буйындағы далаларына тиклем һуҙылған '''[[Урал тауҙары]]''' барлыҡҡа килгән.
* [[1992 йыл]]дың [[25 февраль|25 февралендә]] Республиканың Юғары Советы '''[[Башҡортостан флагы]]н''' раҫлай.
* Беҙҙең эраға тиклем 212 йылда римлеләр Сиракузи ҡалаһын баҫып ала. Үҙен үлтерергә килгән яугиргә '''[[Архимед]]''': «Туҡта, аҙ ғына сабыр ит, мәсьәләмдең сиселешен табайым, һуңынан теләһә нәмә эшлә!», — тип ҡысҡырып өлгөрә.

==19 март 2015 — 11 апрель 2015 ==
* Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, [[Башҡортостан]]дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы һәм журналист [[Паль Роберт Васильевич|'''Роберт Паль''']] әҫәрҙәре [[башҡорт теле|башҡорт]], [[украин теле|украин]], [[ҡаҙаҡ теле|ҡазаҡ]], [[татар теле|татар]], [[сыуаш теле|сыуаш]] телдерендә нәшер ителгән.
* '''[[Экватор]]''' һыҙығында урынлашҡан Каямбе [[вулкан]]ы түбәһендә мәңгелек '''боҙлоҡ''' ята.
* '''[[Ҡоҙғон]]дар''' – иң оҙон ғүмерле [[ҡоштар]], улар иректә 70 йылдан да артығырак йәшәй.
* [[Көйөргәҙе районы]]ндағы [[Кинйәабыҙ (Көйөргәҙе районы) |'''Кинйәабыҙ''']] ауылына 1760 йылдарҙа [[башҡорт]] старшинаһы, [[Крәҫтиәндәр Һуғышы (1773—1775)|Крәҫтиәндәр һуғышы]] полководецы, манифестар яҙыусы, Пугачевтың идеологы '''[[Кинйә Арыҫланов|Кинйә абыҙ Арыҫланов]]''' нигеҙ һалған.
* [[Злобин Степан Павлович|'''Степан Злобиндың''']] «Салауат Юлаев» романы 1929—1939 йылдарҙа [[рус теле]]ндә 6 тапҡыр 1,5 миллионлы дөйөм тираж менән нәшер ителә. Был әҫәр буйынса төшөрөлгән «Салауат Юлаев» фильмын режиссёр Я. А. Протазанов 1941 йылда экрандарға сығара.
* 350—370 млн йылдар элек ғәйрәп ятҡан [[диңгеҙ]] төбөндәге риф ҡалдыҡтарынан Стәрлетамаҡ '''тау-[[шихандар]]ы''' барлыҡҡа килгән.

==11 апрель 2015 — 18 май 2015==
* ''«Хәҙерге йәштәр мул тормошҡа өйрәнгән, улар насар ҡылыҡлы, дәрәжәләрҙе һанға һуҡмай, оло кешеләрҙе ихтирам итмәй…»,'' тип яҙған [[Боронғо Греция|боронғо грек]] философы '''[[Сократ]]'''.
* Көн менән төн тигеҙләшкәндә билдәләнгән '''[[нәүрүз]]''' байрамы [[Башҡортостан]]да ла йылдан-йыл әүҙемерәк үткәрелә.
* Башҡортостанда беренсе космонавт '''[[Гагарин Юрий Алексеевич|Ю.А. Гагаринға]]''' һәйкәл [[Өфө дәүләт авиация техник университеты]] алдында 2011 йылда ҡуйылды.
* '''[[Сыңрау торна (йыр)|«Сыңрау торна»]]''' риүәйәте буйынса [[Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улы|Фәйзи Ғәскәров]] либреттоһына һәм Лев Cтепанов музыкаһына 1944 йылда [[балет]] ҡуйыла, 1960 йылда фильм-балет төшөрөлә.
* Билдәле археолог, антрополог, этнолог, гидролог, география магистры, техник фәндәр докторы, профессор [[Руденко Сергей Иванович|С.И.Руденко]] «Башкиры» тигән китабында ''«Иң бай башҡорт 3—4 мең баш '''[[Башҡорт аты|йылҡы]]''' тотһа, иң ярлыһы 20—30 баш йылҡыға хужа»'', — тип яҙған.
* Актёр, сценарист, режиссёр '''[[Чарли Чаплин]]''' үҙе тыуҙырған образ - ''«Берәҙәк»кә'' оҡшаш кешеләр конкурсында, ялған исем менән ҡатнашып, финалға ла үтә алмай.

== 18 май 2015 — 16 июнь 2015 ==
* Тере сағында тик тора, ҡырҡһалар — йөрөй башлай, нимә ул? Беләһегеҙ киләме? '''[[Сәба батшабикәһе#Сәба батшабикәһенең йомаҡтары|Сәба батшабикәһе]]''' [[йомаҡ]]тарын уҡығыҙ.
* 1917 йылдың июнендә [[Ырымбур]] ҡалаһында '''[[Башҡорт (гәзит)|«Башҡорт» гәзите]]''' сыға башлай.
* [[Нефтекама]] ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында 2014 йылдың авгусынан [[Водянова Наталья Михайловна|Наталья Водянованың]] «Асыҡ йөрәктәр» фонды төҙөгән балалар уйын майҙансығы эшләй.
* Донъяла иң ҙур ярымутрау — '''[[Ғәрәп ярымутрауы]]'''. Уның майҙаны 3 250 мең км².
* [[1995]] йылдың [[1 июнь|1июнендә]] '''[[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы]]''' асыла.
* Күренекле немец һәм урыҫ энциклопедиясы ғалимы [[Петер Симон Паллас|Паллас]] «Мордва, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡырғаҙ, башҡорт халыҡтарының иҫтәлекле урындары» («Merkwürdigkeiten des Morduanen, Kasaken, Kalmücken, Kirgisen, Baschkiren etc.» Франкфурт и Лейпциг, 1773—1777, нем.) тигән китабында «Башҡорт далаһына '''[[ҡымыҙ]]''' эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки уның һаулыҡ өсөн файҙаһы бик ҙур», — тип яҙған.

== 16 июнь 2015 — бөгөн ==
* [[Шәжәрә]]ләре буйынса [[Ғәли Соҡорой]]ҙоң, [[Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы|Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың]] һәм [[Мәжит Ғафури]]ҙың тамырҙары [[табын ҡәбиләһе]]нең башлығы '''[[Майҡы бей]]ға''' барып тоташа.
* 2015 йылдың 18 июнендә [[Рамаҙан]] айы башлана. [[Ислам]] ҡанундары буйынса, бәлиғ булған һәр [[мосолман]]ға был айҙа '''[[Ураҙа]]''' тотоу [[фарыз]].
* '''«[[Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу]]»''' эпосы [[урыҫ теле]]ндә тәүге тапҡыр ''«Куз-Курпяч, башкирская повесть, писанная на башкирском языке одним курайчем и переведенная на российский в долинах гор Рифейских, 1809 года»'' исеме аҫтында [[1812]] йылда Т. С. Беляев типографияһында нәшер ителә.
* [[1938]] йылдың [[12 май]]ында [[Токио]]ла '''[[Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы|М. Ғ. Ҡорбанғәлиев]]''' етәкселегендә төҙөлгән '''[[Токио йәмиғ мәсете]]''' асыла.
* Бынан 290 млн йылдар элек хәҙерге [[Башҡортостан]] биләмәләрендә '''[[башкиросаурус]]тар''' йәшәгән. [[Бәләбәй районы]]нда табылған гигант [[амфибиялар|ер-һыу хайуаны]] ҡалдыҡтарын палеонтологтар шулай тип атаған.
* [[1922]] йылдың [[14 июль|14 июлендә]] [[Өфө өйәҙе|Өфө]], [[Бөрө өйәҙе|Бөрө]], [[Бәләбәй өйәҙе|Бәләбәй]] өйәҙҙәре бергә ҡушылыуҙан '''[[Оло Башҡортостан]]''' барлыҡҡа килә.
* [[Ер]]гә [[Ҡояш]] йылыһы һәм яҡтыһының 2 миллиардтан бер өлөшө генә килеп етә, ҡалғаны космосҡа тарала. '''[[Ҡояш]]''' энергияһының шул миҡдары ғына ла [[Ер]]ҙә [[фотосинтез]], һыу әйләнеше, һауа хәрәкәте, дауылдар һәм штормдар тыуҙыра.


[[Категория:Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт|*]]

06:06, 29 ғинуар 2022, ағымдағы өлгө

Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |

Суфый сиңерткә
Арал һыуының кәмеүе