(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Эстәлеккә күсергә

Бөрө (ҡала): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: Категория:Башҡортостандағы район үҙәге → Категория:Башҡортостан район үҙәктәре using AWB
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Башҡа мәғәнәләре|Бөрө}}
{{Башҡа мәғәнәләре|Бөрө}}
{{НП-Россия
{{НП
|статус = Ҡала
|статус = Ҡала
|русское название = Бөрө
|русское название = Бөрө
|изображение=Свято-троицкий.jpg
|оригинальное название = |герб = Coat_of_Arms_of_Birsk_(Bashkortostan).png
|оригинальное название = |герб = Coat_of_Arms_of_Birsk_(Bashkortostan).png
|флаг = Flag_of_Birsk_(Bashkortostan).png{{!}}border
|флаг = Flag_of_Birsk_(Bashkortostan).png{{!}}border

10:03, 18 май 2017 өлгөһө

Ҡала
Бөрө
Бөрө
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Регион

Башҡортостан

Район

Бөрө районы

Координаталар

55°25′ с. ш. 55°32′ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1663

Ҡала с

1781

Бейеклеге

160 м

Халҡы

41635 кеше (2010)

Этнохороним

бөрөлөләр

Телефон коды34784
Почта индексы

452450-452455

Һанлы танытмалар
[[{{{вид идентификатора}}}]]

80415

Рәсми сайт

birsk.tv

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бөрө (Рәсәй)
Бөрө
Бөрө
Бөрө (ҡала) (Башҡортостан Республикаһы)
Бөрө

Бөрө ҡалаһыБашҡортостандың иң боронғо ҡалаларының береһе, Бөрө йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. Халҡы — 41635 кеше.

Тарихы

Ҡаланы 1663 йылда батша Алексей Михайлович әмере буйынса Өфө воеводаһы Ф. И. Сомов һалдыра башлай. Ҡала, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ирекле ҡушылыуынан һуң, хозур тәбиғәтле был төбәктәргә күпләп килеп ултыра башлаған урыҫтарҙың яңынан-яңы ерҙәргә хужа булып, унда ауылдар, сиркәүҙәр һалдырыуына ризаһыҙ башҡорттар яндырған Архангельский ауылы урынында ҡалҡып сыға. Өфөнән 98 км төньяҡта урынлашҡан ҡәлғә-ҡала төбәктәге һыу юлдарын да, ҡоро ер юлдарын да контролдә тота.

XVIII быуаттың икенсе яртыһына тиклем ул батша дәүләтенең көнсығыштағы форпосы була.

1774 йылда Салауат Юлаев етәкселегендәге башҡорттар Бөрөнө штурм менән ала һәм, янғын сығып, ҡала бөтөнләй янып бөтә яҙа. Ике йылдан ул ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыла.

Ҡала Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙе үҙәге булды.

1774 йылда ҡалала 437 йорт, 1 897 ир заты, 1 949 ҡатын-ҡыҙ, өс сиркәү, өс училище, ҡыҙҙар гимназияһы, шәхси китапхана, бер дауахана, хатта төрмәһе лә була. 1781 йылда өйәҙ ҡалаһы статусын ала.

1897 йылғы отчетта Бөрөлә таҡта ярыу, тире иләү күн, шарап ҡыуыу заводтары, пар тирмәндәре һ. б. эшкәртеү предприятиелары булыуы әйтелә. 1882 йылда урыҫ булмаған халыҡтар өсөн йәнә бер сиркәү төҙөлә, ул батша хөкүмәтенең урыҫлаштырыу сәйәсәтен үткәреүгә әүҙем булышлыҡ итә. Хәҙер был бинала тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 34735 15011 19724 43,2% 56,8%
2002 йыл 9 октябрь 39992 17542 22450 43,9% 56,1%
2010 йыл 14 октябрь 41635 18320 23315 44,0 56,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Иҡтисад

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡалала еңел, урман эшкәртеү, аҙыҡ етештереү сәнәғәте тармаҡтары үҫеш алды. XX быуаттың икенсе яртыһынан башлап, ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында нефть-газ эҙләү базаһына әйләнде.

Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:

  • «Спектр» асыҡ акционерҙар йәмғиәте
  • электр механика приборҙары заводы
  • тегеү фабрикаһы
  • трикотаж фабрикаһы
  • ҡоро һөт комбинаты
  • ит комбинаты
  • икмәк заводы

Барлыҡ предприятияларҙа банкрот хәлендә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар