(Go: >> BACK << -|- >> HOME <<)

Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.25
+0.06
97.88
-0.02
81.64
+0.28
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2011, 10:36

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең исеме Илеш районы мәктәбенә бирелде

Башҡортостан Хөкүмәте Ҡарары менән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең исеме Илеш районының Бишҡурай урта мәктәбенә бирелде.
Герой исемен йөрөтәсәк мәктәп осраҡлы ғына һайланмаған. Билдәле летчик бында башланғыс белем алған.
Етмешенсе йылдарҙа иҫке бина урынында яңы мәктәп төҙөлгән. Хәҙер бында йөҙҙән ашыу уҡыусы белем ала. Мәктәп директоры Ильвир Хәмиҙуллин һөйләүенсә, уҡыу йортонда Муса Гәрәев музейы асылған, бюст урынлаштырылған. Алдағы йылда данлыҡлы яҡташтарының тыуыуына 90 йыл тулыуҙы байрам итеү айҡанлы мәктәпкә капиталь ремонт эшләнә.
Автор:Людмила Терновая
Читайте нас: